Милли проекттар
4 Май 2023, 10:53

Өс проект еңде

Өс район проекты “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” республика программаһында еңеп сыҡты.

Өс проект еңдеӨс проект еңде
Өс проект еңде

Был ауыл халҡы үҙе тәҡдим иткән һәм күпмелер сумманы түләргә әҙер булған төҙөкләндереү проекттарын тормош ашырыу. Төп өлөшөн республика һәм урындағы ҡаҙна бүлә.

Егәҙе. МТЗ 82.1 тракторы өсөн ҡар таҙартҡыс. Төпкөл райондарҙың береһендә, ҡалаға ҡарағанда, ҡар күберәк ята. Шнекоротор урамдарҙы, ҡар һалған урындарҙы таҙартыр өсөн уңайлы. Ҡулайлама 2018 йылда программа буйынса һатып алынған тракторҙа ҡороласаҡ.

Проекттың суммаһы – 680 мең һум. Субсидия күләме – 502 000. Урындағы ҡаҙнанан – 77 600 һум, ә халыҡтан һәм бағыусыларҙан 50 200 һум йыйыу ҡаралған.
Олойылға. Мосолман зыяратын кәртәләү.

Проекттың дөйөм күләме 1 062 822 һум 84 тин тәшкил итә.  742 000 һумға субсидия бирелә. 140 822,84 һумын урындағы ҡаҙна бүләсәк, ауыл халҡынан 80 мең һум, бағыусыларҙан 100 мең һум йыйып алынасаҡ.

Николаевка. Мобиль янғын комплексы.
Хакимиәт составына ингән ауылдар янғын часынан 20 саҡрым алыҫлыҡта ята. Хакимиәттә ирекле янғын дружинаһына инергә теләүселәр байтаҡ. Янғын сыҡҡан осраҡта техника янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем утты һүндерә торорға ярҙам итәсәк. 

Проекттың дөйөм хаҡы – 2 980 000 һум. 1 200 000 һум – республика, 1 420 000 һумды урындағы бюджет бүлә. 180 000 меңде хакимиәт халҡы һәм бағыусылар йыясаҡ.  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас