

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, июндә Белорет районының Шығай ауылы янында «Таш-Яр» күп функциялы юл яны сервисы һәм ял комплексы эшләй башлай. Проектҡа инвестициялар яҡыса 40 миллион һум тәшкил иткән. 15 эш урыны булдырылған. Көйөргәҙе районында ла юл буйы комплексы асыла. Ул «Кафе Юлсы» тип атала. Инвестор проектҡа 52 миллион һум самаһы аҡса һалған. Бында 25 яңы эш урыны булдырыла. Ә октябрҙә Дыуан районының Мәсәғүт ауылында сауҙа объектын асыу планлаштырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме — 12 миллион һум, тип асыҡланы «Башинформ».
«Республикаға туристар күп килә, шуға күрә бындай объекттарға иғтибарыбыҙ арта ғына бара. Әле беҙҙең Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы йәмғеһе 98 проект әҙерләй. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 12 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Хәтерегеҙгә төшөрәм, был өлкәлә эшҡыуарҙар өсөн дәүләт ярҙамы — инвестиция проектын өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү, ерҙе сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға һәм сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар алыу мөмкинлеге бар. Юл буйы сервисына инвестицияларға теләүселәр Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында файҙалы мәғлүмәт менән танышырға мөмкин», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.