

Сосновканан Үҙәнбаш ауылына тиклемге (Шығайҙыла иҫәпкә алып) участканың дөйөм оҙонлоғо 32 саҡрым329 метр тәшкил итә.
“Газпром Өфө газ бүлеү” компанияһы белгестәре2 апрелдә эш башланы һәм бөгөнгө көнгә 9 саҡрым100 метрға тиклем газ үткәргес һалынған.
Газ үткәргес трассаһының күп өлөшөн Урман фондыерҙәре тәшкил итеү сәбәпле, бындай эштәр Урман хужалығы менән килешелгән булырға тейеш һәм шуның өсөндә оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Шуға ла хеҙмәткәрҙәр айырым участкаларҙа эшләй. Әле Хөсәйен ауылынан йыраҡбулмаған яланда газ үткәргес һалалар.
Ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлөшө 2021-2025 йылдарғагаз менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһы сиктәрендә атҡарыла. Төҙөлөштө 2023 йылдың31 декабренә тиклем тамамлау планлаштырылған. Объектты файҙаланыуға тапшырыу 860 йортто һәм 12 коммуналь-көнкүреш объекттарын тәбиғи газға тоташтырыумөмкинлеген бирәсәк.