+7 °С
Ясна
Проект-смета документтары әҙер. Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғәрипов хәбәр итте.
«Әле республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән берлектә Айғыр станцияһын төҙөкләндереү буйынса финанслау варианттарын эҙләйбеҙ», – тине ул.
Әйткәндәй, Куйбышев тимер юлы көсө менән Айғыр станцияһындағы вокзал бинаһы төҙөкләндерелгән дә инде.
Фото:Башинформ.