Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күсмә медицина ярҙамы күрһәтеү һәм аҙ мобилле пациенттарҙы транспортировкалауға тәғәйенләнгән автомобиль асҡыстарын Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитовҡа тапшырҙы.
- Дуҫтар, һеҙҙе үтеп киткән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым! Байрам көнөндә автомобиль асҡыстарын тапшырырға ҡарар иттек. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең матди базаһын нығытыу буйынса ҙур эштәр башҡарыуҙы дауам итәбеҙ. Барығыҙҙы ла байрам менән. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! – тине сығышында республика Башлығы Радий Хәбиров.
Яңы техника “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған. Машиналар ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ, төпкөл һәм насар юллы ауылдар өсөн иҫәпләнгән. Улар һауа торошон күҙәтеү өсөн борт компьютеры һәм юлдаш навигациялары менән йыһазландырылған.