Милли проекттар
29 Июня 2023, 11:10

"Шүлгән таш"ҡа матур сәйәхәт

Ошо кѳндәрҙә Белорет район-ҡалаһының 200-ҙән ашыу оло йәштәге пенсионерҙары "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" республика программаһы буйынса "Шүлгән таш" мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылды

"Шүлгән таш"ҡа матур сәйәхәт"Шүлгән таш"ҡа матур сәйәхәт
"Шүлгән таш"ҡа матур сәйәхәт

Оло йәштәгеләр бер аҙға ғына донъя мәшәҡәттәренән арынды, баҡса эштәренән ял алды. Үҙ-ара аралашып, матур тәьҫораттар кисерешендә, күңелле сәйәхәттән ҡыуаныс тойғолары кисерҙеләр. Ололар муниципаль район хакимиәте янынан уңайлы автобустарҙа ҡуҙғалдылар, уларҙы сәйәхәттә экскурсовод, медицина хеҙмәткәре оҙатып йѳрѳнѳ. Был программа буйынса 55 йәштән ололар йылына бер тапҡыр бушлай сәйәхәт
итә ала.
Сәйәхәтселәр "Шүлгән таш" дәүләт ҡурсаулығы буйынса экологик һуҡмаҡтан үтте, боронғо солоҡтарҙы, "Бөрйәнкәй" - саф тоҡомло бал ҡорто музей йортонда булып ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды, солоҡ балына ҡушып үлән сәйҙәре менән һыйландылар, апитерапия йортонда булдылар, "Ата-бабалар туҡталышы"нда, "Шүлгән-таш" тарихи-мәҙәни музей комплексында булдылар, һәр ерҙә иҫтәлеккә фотоға тѳштѳләр.
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" республика программаһы буйынса сәйәхәт итергә теләгегеҙ барикән, ошо һылтанма буйынса: долголетие.соцтуризмрб.рф. теркәлегеҙ йәки хакимиәттең 310-сы бүлмәһенә мѳрәжәғәт итегеҙ. 4-57-81телефоны буйынса шылтыратырғала мѳмкин. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас