Тауыш биреү өсөн махсус сервис эшләй башланы: https://www.gosuslugi.ru/inet. 100-ҙән 500-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға юғары тиҙлекле мобиль интернет килә. Онлайн-тауыш биреү 13 авгусҡаса бара. Почта аша ебәрелгән хат 10 сентябргә хәтлем ҡабул ителә.
«Башинформ» асыҡлауынса, тауыш биреүҙә илдең бәлиғ булған граждандары ҡатнаша ала.
Шулай уҡ түбәндәге адресҡа Рәсәй почтаһы аша ғариза ебәреп, тауыш бирергә була: 123112, г. Москва, Пресненская набережная, дом 10, стр. 2. Үҙ исемеңдән йәки күмәк ғариза яҙырға мөмкин. Хатта тауыш биреүсенең исем-шәрифен, адресын, ҡайһы ауыл өсөн тауыш биргәнен күрһәтергә кәрәк.