+17 °С
Облачно


«2024 йылдың 1 ғинуарынан белем биреү ойошмаларында эшләгән һәм мәктәпкәсә белем биреү программаларын тормошҡа ашырған йәш уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының һәр береһе 575 мең һумлыҡ 50 грантын булдырырға», - тиелә указдың тексында.
Республика хөкүмәтенә Башҡортостан Башлығы гранттары тураһында положениены һәм уларҙы түләү тәртибен раҫларға ҡушылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы «Ҡанатлан!» мәктәп мәғарифы форумының пленар ултырышында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары уҡытыусылары өсөн 50 грант булдырырға тәҡдим иткәйне.
Фото: ufa.bezformata.com