Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Август 2023, 16:12

Күпер ремонтлана

2023 йылда Башҡортостандың төбәк юлдарында милли проектҡа ярашлы биш күпер ремонтлана. 

Күпер ремонтлана
Күпер ремонтлана

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә, Белорет-Өфө автоюлындағы  Һүренйәк йылғаһы аша сыға торған күпер ремонты дауам итә.  

Күперҙең оҙонлоғо 49 погон метр тәшкил итә. Подрядсы таяуҙар, тороҡтар,  башҡа ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса эштәрҙе башҡарған. Күпер ҡоролмаһы буйынса эштәрҙе йомғаҡлау 2024 йылдың октябренә билдәләнгән. 

Документтарға ярашлы, Һүренйәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау 49,5 млн һумға төшәсәк. 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас