Милли проекттар
31 Августа 2023, 11:51

Юлдар, юлдар...

Өфө-Инйәр-Белорет автоюлын яңыртыуҙы тамамлау октябргә ҡаралған, тип хәбәр итәләр Республикаға идара итеү үҙәге төбәктең Транспорт министрлығына һылтанма менән.  

Юлдар, юлдар...Юлдар, юлдар...
Юлдар, юлдар...

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, юлға ҡырсынташ түшәлгән, ә сентябрҙә юлсылар ике ҡатламлы асфальт-бетон япманы түшәү эшенә һәм барьер кәртәләр ҡуйыуға тотонасаҡ. Бынан тыш, горизонталь  билдә һалыу ҙа күҙ уңында тотола. 

“Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында 11 участка ремонтлана. Төҙөкләндереү эштәре Белорет  һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында алып барыла. Бында 29 саҡрымдай юл эшләнә, шуның 16,6 саҡрымы тамамланған да инде”, - тинеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән.

Республикала билдәле туристик урындарға илткән 140 саҡрым юлды ремонтлау планлаштырылған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас