Милли проекттар
27 Сентября 2023, 13:57

Ҡамайылға аша күпер яңыртыла

Районда Ҡамайылға аша күпер ремонты дауам итә. Объект Өфө-Инйәр-Белорет автоюлының 140-сы саҡрымында урынлашҡан. Ремонт эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы башҡарыла.

Ҡамайылға аша күпер яңыртылаҠамайылға аша күпер яңыртыла
Ҡамайылға аша күпер яңыртыла

Бөгөнгө көнгә подрядсылар яр терәктәрен һәм ҡоролманың аралыҡтарын ремонтлаған.

Ҡеүәте 29 погон метрлыҡ объектты 2023 йылдың дүртенсе кварталына тапшырыу ҡаралған. Автотранспорт хәрәкәте бер һыҙатта башҡарыла.

Водителдәрҙән иғтибарлы һәм һаҡ булыуҙарын һорайбыҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас