-17 °С
Ҡар
Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә.
Быйыл подъездарҙы комплекслы ремонтлау республика программаһы сиктәрендә 276 күп фатирлы йортта 759 подъезды тәртипкә килтереү ҡаралған. Ошо сараларға 744,4 миллион һум йүнәлтелгән.
Әле 149 йорттоң 398 подъезында ремонт эштәре бара, 125 йорттоң 340 подъезында эштәр тамамланған, план 99,3% тәшкил итә.