Милли проекттар
4 Октября 2023, 12:24

Йәш уҡытыусыларға - гранттар

Башҡортостанда ауылда эшләгән 150 йәш уҡытыусының һәр береһенә республика етәксеһенең 690 мең һумлыҡ гранты тапшырыла. Республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ошондай ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш уҡытыусыларға - гранттарЙәш уҡытыусыларға - гранттар
Йәш уҡытыусыларға - гранттар

Грантҡа лайыҡ булыусылар араһында яҡташтарыбыҙ - Ломовка мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Виктория Косарева һәм Тимер юл ауылы мәктәбәнең инглиз теле уҡытыусыһы Эльза Сәхәүетдинова ла бар. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, грантҡа ике йыл дауамында 15 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдарҙың дөйөм белем биреү ойошмаларында эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин.

Фото: sovetskaya-adygeya.ru

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-04/v-bashkirii-150-molodyh-uchiteley-poluchat-po-690-tysyach-rubley-3464843

Автор:Эльвира Хамзина