Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Октябрь 2023, 15:29

Утыҙ ауыл юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылды

Башҡортостанда тағы 30 ауылда юғары тиҙлекле мобиль интернет барлыҡҡа килде, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Утыҙ ауыл юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылды
Утыҙ ауыл юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылды

Һүҙ 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдар хаҡында бара. Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин мәғлүмәттәре буйынса, 10 меңдән ашыу абонент сифатлы интернет менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.

Башҡортостандың 14 районындағы бәләкәй ауылдарҙа интернеттың тиҙлеге артҡан, улар араһында — Ҡорғат, Йәнәхмәт, Күгәрсен-Бүләк, Баҙғыя, Саҡты, Вязовка, Ключи, Яңы Борма, Ермолкино, Әлебай һәм башҡалар.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Рәсәйҙә социаль әһәмиәтле онлайн-ресурстарға бушлай инеүҙе оҙайтыуҙары тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-06/esche-30-dereven-bashkirii-podklyuchili-k-vysokoskorostnomu-internetu-3468940

 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас