

Яңы ФАП 400-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Фельдшер ҡабул итеү алып барған әлеге бина иҫке, капиталь ремонт талап ителә һәм заман талаптарына яуап бирмәй. Яңы пунктта фельдшер кабинеты, тикшереү, процедура-прививка кабинеты һәм дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә буласаҡ. Һәм, әлбиттә, ул заманса медицина ҡорамалдары - электрокардиограф, ҡандағы шәкәр һәм холестерин кимәлен үлсәү анализаторы, кислород ингаляторы һәм башҡалар менән йыһазландырыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ФАП-тарҙы яңыртыу һәм урынлаштырыу буйынса эш бер йыл ғына алып барылмай. 2020 йылда Исҡушты һәм Аҙнағолда, 2021 йылда Ишлелә, 2022 йылда Әзекәйҙә һәм Нурала яңы ФАП-тар ҡуйылған. 2023 йылда лицензиялау процедураһын үтеп, Үткәл, Ҡоҙғон-Әхмәр, Ғәбдөк ауылдарында өс модулле пункт асылыуы көтөлә. Шулай уҡ Тимер юл ауылында модуль амбулаторияһы монтажлана. 2024-25 йылдарҙа райондың ҡалған тораҡ пункттарында тағы ла бер нисә ФАП булдырылыуы көтөлә.
Модуль пункттар "Беренсел звеноны модернизациялау" федераль проекты сиктәрендә ҡуйыла.