

Үткәл ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты асыла, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Фельдшер-акушерлыҡ пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты ошо ауыл халҡын хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Бында йәшәгән 366 кешенең 109-ы – балалар. Ауыл район үҙәгенән 28 саҡрым алыҫлыҡта ята. ФАП асылғандан һуң бында йәшәүселәр өсөн үҙ ауылынан сыҡмай ғына диспансеризация, вакцинация үтеү, беренсел медицина-санитар ярҙам алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
– Бинаға электр, һыу, канализация үткәрелгән, яңы ҡоролмалар, йыһаз килтерелгән. Әле биләмәһе төҙөкләндерелә, медицина эшмәкәрлеген лицензиялау буйынса эштәр бара. Яңы ФАП-та тәжрибәле фельдшер Айһылыу Йомағужина хеҙмәтләндерә, – ти Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов.