Айгөл Ислам ҡыҙы тормош иптәше менән бергә Белорет-Өфө-Инйәр трассаһындағы Бирҙеғол ауылынан урын таба. Белоретҡа тиклем ара – 55, Өфөгә тиклем ике йөҙ саҡрымс самаһы.
Эшҡыуар проектын Башҡортостандың Сауҙа министрлығында уңышлы яҡлай һәм республика Хөкүмәте менән юл буйы сервисын үҫтереү программаһында ҡатнашыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя.
Программа был эшмәкәрлек төрө өсөн махсус тәртиптә аукционһыҙ ер участкалары бүлеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ дәүләт эшҡыуарҙың инженер һәм транспорт инфраструктураһын булдырыуға киткән сығымдарының 75 процентын, әгәр ул проектҡа 10 миллион һумдан ашыу аҡса һалһа һәм кәм тигәндә ун кешене эшкә алһа, ҡаплай.
Бөгөн Вәлиевтәр Бирҙеғолда йорт төҙөгән. Беренсе ҡатта - кафе, икенсеһендә ҙур булмаған хостел бар. Әле персонал йыйыу бара.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Айгөл Вәлиева район хакимиәтенә юлға ярҙам итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә, сөнки ул төп трассанан текә, уңайһыҙ. Туҡталышты күсерергә, тиҙлекте кәметеү өсөн махсус һыҙат булдырырға кәрәк буласаҡ.