

"Һаҡлыҡ банкы" хеҙмәткәрҙәре үҙ башланғысы менән шишмәне таҙартып, эргәһендәге майҙансыҡты төҙөкләндерә. Хәҙер сығанаҡҡа уңайлы инеү мөмкинлеге, ял итеү өсөн эскәмйә һәм һыу өсөн һауыт ҡуйырға урын бар.
Бында һыу тәмле генә түгел, экологик яҡтан таҙа. Лабораторияла уның тулы анализы үткәрелгән, һыу бөтә стандарттарға тап килә.
Төҙөкләндерелгән шишмә - "Башҡортостан шишмәләре" проекты сиктәрендә беренсе эш. Был “Һаҡлыҡ банкы”ның республиканың төрлө райондарында шишмәләрҙе тергеҙеү буйынса экологик акцияһы.
Сығанаҡты тантаналы асыуға Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов һәм “Һаҡлыҡ банкы”ның Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов килде. Банк хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо, ҡала Мәҙәниәт һарайы һәм район мәҙәниәт йорто артистары музыкаль программа әҙерләне.