

“Эколаб-Урал” компанияһы Белорет районында Ирәмәл тауы янында “Иҙел башы” бөтә миҙгелле туристик комплексын төҙөргә ниәтләй. Ойошманың генераль директоры Вәсилә Хызырова төбәк башлығы Радий Хәбиров менән "Инвест сәғәтендә" проект менән таныштырҙы.
Инвестициялар күләме 48,4 миллион һумға баһалана. Компания кемпингтар төҙөү өсөн 4,7 миллион һум күләмендә федераль грант йәлеп итә, уға алты ҡунаҡ йорто, мунса комплексы һәм төҙөлөш материалдары һатып алына. Проектты артабан тормошҡа ашырыу өсөн туркомплекс өсөн ер рәсмиләштерергә кәрәк. Объектты 2025 йылға тиклем этаплап төҙөү планлаштырыла. Беренсе сиратты 2024 йылдың майында уҡ эшләтеп ебәрергә теләйҙәр.