Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Декабрь 2023, 12:32

"Дека-С" - Иҙел башында уңышлы эшләгән компания

 "Дека-С" компанияһы Белорет районында иң уңышлыларҙың береһе. Бында 1100 төрҙән ашыу сөй һәм 800-гә яҡын төр мебель беркеткесе етештерелә.

"Дека-С" - Иҙел башында уңышлы эшләгән компания
"Дека-С" - Иҙел башында уңышлы эшләгән компания

Ике йыл элек етештерелгән продукцияның дүрттән бер өлөшө Европаға, АҠШ-ҡа оҙатыла. Мәҫәлән, ыуаҡай немецтар премиум-класлы ағас йорттар төҙөү өсөн “Дека-С” компанияһынан ҡаҙаҡтар һатып алыуҙы хуп күрә. Сит ил һатып алыусылары Иҙел башында етештерелгән продукцияның сифатлы булыуын белә.
Махсус хәрби операция башланғандан алып эҙәрлекләгән көнбайыш санкциялары “Дека-С” компаниеһы менән ҡулланыусылар баҙары араһында бәйләнеш өҙөлә. Аралашсы аша һатыуҙы дауам итеү отошло түгел – сөйҙәр арзан, ә ҡулланыусыға тиклем еткереүҙең ҡатмарлы логистикаһы уларҙы алтынға әйләндерә.

Рәсәй сөй һәм беркеткестәр баҙарында үҙгәрештәр бик аҙ. Бында компания элеккесә 85%-ҡа тиклем беркеткестәр баҙарын, автомат ҡорамалдар һәм инструменттар өсөн ҡаҙаҡтар баҙарының 50%-ын биләй. Рәсәйҙәге 10 дивандың 9-ы Белорет мебель беркеткестәренән эшләнгән.
Компания яңы мөмкинлектәр эшләй башлай. 2022 йылдың яҙында ҡаҙаҡ етештереү цехы ике участкаға бүленә: ассортиментлы һәм күпләп сығарылған, уны "Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу" милли проекты сиктәрендә индерәләр. Рәсәй баҙарында иң яраҡлы ҡаҙаҡтарҙы ун конвейер линияһында сығаралар.
Күмәк майҙансыҡтағы хеҙмәт етештереүсәнлеге махсус заказға етештергән ассортиментлы майҙансыҡтағыға ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек юғары. Продукцияның үҙҡиммәте кәмей.

Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолған "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты йомғаҡтары буйынса "Дека-С" производство менеджментына юғары баһа бирелә һәм предприятиеның ун етәксеһе һәм белгесе һаҡсыл етештереү буйынса инструктор булып китә. Хәҙер предприятиеға был маҡсаттарҙа сит белгестәрҙе йәлеп итеү кәрәкмәй.

"Дека-С" махсус хәрби операция яугирҙарына әүҙем ярҙам итә. Компания мобилизацияланған хеҙмәткәрҙәренә  100-шәр мең һум бүлеп бирә, хеҙмәткәрҙәр үҙ аҡсаларын хәрби операцияға  күсерә, Компания даими рәүештә хәрби зонаға кәрәк-яраҡтар ебәреүҙе финанслай, шулай уҡ блиндаждар төҙөүгә йөҙҙәрсә килограмм сөйөн оҙата.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас