Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Ғинуар , 18:25

Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәренә - 500 мең һумлыҡ грант

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә республика ҡаҙнаһынан Башҡортостан Башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителә. Һайлап алыу 2024 йылдың 1 февраленә тиклем бара.

Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәренә -  500 мең һумлыҡ грант
Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәренә - 500 мең һумлыҡ грант

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап алынған иң яҡшы 10 баҡсасылыҡ ширҡәтенең һәр береһенә 500 мең һумлыҡ грант бирелә.

Һайлап алыу тураһында мәғлүмәт, талаптар, ғариза формаһы — Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының рәсми сайтында. Ҡатнашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте һәм ғариза формаһын һылтанма буйынса алырға була.

Һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн документтар менән заявканы Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына тапшырырға кәрәк. Адресы: Пушкин урамы, 106, 321-се бүлмә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Радий Хәбировтың Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген билдәләүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-10/v-bashkirii-luchshie-sadovodcheskie-tovarischestva-poluchat-grant-v-500-tysyach-rubley-3596409

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: