Милли проекттар
10 Января 2024, 05:21

«Һөт кухняһы»н таратыу тәртибе үҙгәрҙе

Башҡортостанда йөклө ҡатындарҙы, бала имеҙгән әсәләрҙе һәм өс йәшкә тиклемге балаларҙы бушлай аҙыҡ менән тәьмин итеү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. 

«Һөт кухняһы»н таратыу тәртибе үҙгәрҙе«Һөт кухняһы»н таратыу тәртибе үҙгәрҙе
«Һөт кухняһы»н таратыу тәртибе үҙгәрҙе

Документтан күренеүенсә, үҙгәрештәр документтарҙы Дәүләт һәм төбәк хеҙмәттәре порталы аша тапшырыуҙы, шулай уҡ документтарҙы ҡарау ваҡытын 10 эш көнөнә тиклем ҡалдырыуҙы күҙ уңында тота.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, һөт кухняларын асыу тураһында ҡарар өс йыл элек Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса ҡабул ителде. «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай алырға хоҡуҡлылар исемлегенә 3 йәшкәсә балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән имеҙгән әсәләр һәм йөклө ҡатындар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре инә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-12-28/v-bashkirii-izmenili-poryadok-predostavleniya-molochnoy-kuhni-3585508

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас