Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ғинуар , 10:58

Исемдәрең матур...

Белорет районында үткән йылдағы демография тураһында ҡыҙыҡлы факттар. 2023 йылда район-ҡалала 938 сабый - 475 малай һәм 463 ҡыҙ тыуған. Был үткән йылға ҡарағанда бер аҙға күберәк. Уҙған йылда игеҙәктәр күберәк тыуған.

Исемдәрең матур...
Исемдәрең матур...

Малайҙарҙың иң популяр исемдәре - Матвей, Богдан, Әмир, Артем, Давид, Михаил, Дмитрий, Лев, Марк. Ҡыҙҙар - Әминә, Ева, Алиса, Дарина, Мария, Карина, Мирослава, Полина, Варвара.  Ата-әсәләр малайҙарға биргән һирәк исемдәр - Аарон, Афанасий, Билол, Дарьян, Кемаль, Лука, Савва, Селим, Янислав. Ҡыҙҙар өсөн - Айлин, Ассель, Аэлина, Емельяна, Иветта, Кайла, Ландыш, Малия, Мелисса, Николь, Сара, Тая, Тея, Хадижа. Иң оло атайға - 57, ә әсәйгә  63 йәш.

Рәсми никахҡа 540 пар ингән, былтырғыға ҡарағанда әҙерәк. Никахҡа инеү өсөн иң популяр йәш элеккесә ҡала - 18 йәштән 24 йәшкә тиклем. Айырылышыуҙар һаны бер йыл элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ булһа ла, 421 парҙың айырылышыуы ҙур һан булып ҡала. Йыш ҡына никахтар 30-34 йәшкә тиклем тарҡала.

Үткән йылда 1443 кеше вафат булған, был 2022 йыл менән сағыштырғанда туғыҙ кешегә күберәк.

Төрлө сәбәптәр менән исемдәрен үҙгәрткән кешеләр һаны арта. Былтыр - 85, 2022 йылда 66 кеше исемен алыштырған.

Быйылғы йылда үлем осраҡтары әҙерәк, никахтар күберәк һәм һау-сәләмәт сабыйҙар тыуһын!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: