Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ғинуар , 16:22

Мәктәпкә - пластик тәҙрәләр

2023 йылдың декабрендә Абҙаҡ ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау - 2024” программаһы йәһәтенән дөйөм йыйылыш уҙҙы. Абҙаҡ урта мәктәбе коллективы мәктәптәге ағас рамлы тәҙрәләрҙе заман талаптарына ярашлы булған пластик тәҙрәләргә алмаштырыу проектын тәҡдим иткәйне.

Мәктәпкә - пластик тәҙрәләр
Мәктәпкә - пластик тәҙрәләр

Йыйылышта ҡатнашыусылар тарафынан был проект хуплау тапты. Шунда уҡ 10 кешенән торған инициатив төркөм дә булдырылды. Әлеге ваҡытта программа сиктәрендә төрлө саралар ойошторолоп, Интернет селтәрҙәрендә яҡтыртылып барыла, атай-әсәйҙәр һәм балалар ҙа әүҙем ҡатнаша.

Гүзәл БИКҠУЖИНА,

Абҙаҡ мәктәбе китапханасыһы.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: