Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ғинуар , 12:45

Республика күпбәйгеһе үтте

Инйәр быйыл "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша. Конкурс сиктәрендә бик ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә.

Республика күпбәйгеһе үтте
Республика күпбәйгеһе үтте

Мәҫәлән, башҡорт һунарсыһы Бигарслан Солтанов исемендәге милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса республика күпбәйгеһе. Ул “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы инициативаһы һәм ярҙамы менән Манышты ауылында үтә. Быйыл турнирға Ауырғазы, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы һәм Өфө райондарынан, Белорет һәм Өфөнән 71 спортсы килде.

Ҡатнашыусылар һунар саңғыһында 1800 метрға йүгереүҙә, уҡ менән, пневматик винтовканан атыуҙа һәм һөңгөнө мәргәнлеккә ырғытыуҙа ярышты.

Турнир һөҙөмтәләре буйынса район халҡы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ир-егеттәр араһынан Илназ Ғүмәров беренсе булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан - Әлфиә Фазылова. Үҫмерҙәрҙән беренсе һәм икенсе урындарҙы игеҙәктәр Илвир һәм Илмир Асҡаровтар яуланы.

Ярыштарҙан һуң башҡорт биатлонының спорт дисциплиналары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Инйәр район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары һәм талантлы маныштылар байрамды сығыштары, биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәһе, фотозоналар менән биҙәне.

Бындай үҙенсәлекле турнир үткәреү идеяһы Манышты ауылында тыуып үҫкән Раян Миграновҡа килә. 2023 йылда тәүгше тапҡыр үткәрелә. Быйыл ул тағы ла мауыҡтырғыс, әүҙемерәк һәм күләмлерәк үтте.  Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Ирек Сәғитов, республика Адвокаттар палатаһы Президенты Булат Йомадилов, “Торатау” конгресс-холы директоры урынбаҫары һәм турнирҙың баш судьяһы - Ранис Алтынбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, "Башҡортостан" дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин ҡатнашты.

Тулыраҡ: гәзиттең киләһе һанында.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: