Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Ғинуар , 15:30

Йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыһы

Белорет төбәк ҡан тамырҙары үҙәге 2023 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда иң яҡшыһы булды!

Йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыһы
Йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыһы

Награда менән бергә ҡан тамырҙары үҙәге хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү һәм эш сифатын яҡшыртыу өсөн маҡсатлы аҡса бүленә. Үҙәк үҙенең эшен дүрт йыл элек Белорет үҙәк район дауаханаһы базаһында башлаған ине.

Бында юғары квалификациялы медицина ярҙамын  район халҡы ғына түгел, ә  Әбйәлил, Бөрйән, Учалы һәм Межгорье район-ҡалалары халҡы ла ала. Үҙәктә йылына меңгә яҡын дауалау һәм диагностика процедураһы үткәрелә.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем һаны буйынса донъяла беренсе урында тора, һәм беҙҙең төбәк тә ситтә ҡалмай. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында беҙҙең районда ҡан тамырҙары үҙәге эшләүе бик яҡшы.

Көн һайын кешеләрҙең ғүмере һәм пациенттарҙың һаулығы өсөн көрәшкән табиптарға ҙур рәхмәт!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: