Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ғинуар , 17:50

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары үҙ ишектәрен асты

Бөгөн Тимер юл ауылында - табип амбулаторияһы, Ҡоҙғон-Әхмәр, Үткәл ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары тантаналы рәүештә үҙ ишектәрен асты.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары үҙ ишектәрен асты
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары үҙ ишектәрен асты

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙамын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы төҙөлөп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырылған медицина пункттары - һәр ауыл өсөн күптән көтөп алынған ҡыуаныслы ваҡиға ул.

Мәртәбәле ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, беренсе урынбаҫар Илгиз Хәйруллин, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов, район Советы секретары Альберт Азаматов, Тимер юл ауылы хакимиәте башлығы Артур Закиров, Әзекәй ауылы хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева, Шығай ауылы хакимиәте башлығы Исмәғил Әбүталипов, Сермән амбулаторияһының баш табибы Альберт Ғарипов һәм башҡалар халыҡтың шатлығын уртаҡлашып, тәбрик һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙеләр.

Быға тиклем Тимер юл ауылы халҡына 1978 йылда төҙөлгән иҫке биналағы фельдшер-акушерлыҡ пункты менән ҡәнәғәтләнергә тура килә ине. Иң элек халыҡ иҫәбен иҫәпкә алып, бөгөн бында өр-яңы табип амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырылды. Заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған иркен, яҡты бинала терапевт, педиатр, акушер кабинеттары, процедура һәм прививка яһау бүлмәләре, дарыухана пункты урынлашҡан. Амбулатория Тимер юл һәм Боғанаҡ ауылдарында йәшәүсе 3 038 кешене, шул иҫәптән 17 йәшкә тиклемге 650 баланы, хеҙмәтләндерә.  

Ҡоҙғон-Әхмәр фельдшер-акушерлыҡ пункты, урындағы халыҡтан тыш, Ҡарайылға ауылын да хеҙмәтләндерәсәк. Бында йәмғеһе 219 кеше теркәлгән (шуларҙың 27-һе - балалар). Әүәле фельдшер-акушерлыҡ пункты 1963 йылда нигеҙләнгән һыуһыҙ, канализацияһыҙ, мейес яғып йылытылған иҫке генә бинала урынлашҡайны. Яңыһында иһә бөтөн заман уңайлыҡтары булдырылған, ул тейешле мебель, ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ҡоҙғон-Әхмәр фельдшер-акушерлыҡ пункты менән оҙаҡ йылдар фельдшер Әлфиә Ғәлина етәкселек итә.

 Үткәл фельдшер-акушерлыҡ пункты ла 1985 йылда төҙөлгән ауыл мәктәбенең бер кабинетында урынлашҡан булған. Бынан ары тәжрибәле ауыл фельдшеры Айһылыу Йомағужина үҙ эшен заман талаптарына тулыһынса яуап биргән яңы бинала дауам итәсәк.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: