Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Февраль , 14:28

Хәтер – тереләрҙең яҙмышы

Нура ауыл хакимиәтенә Отнурок, Нура, Шушпа һәм Катайка ауылдары инә. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ауыл хакимиәте икенсе тапҡыр ҡатнаша.

Хәтер – тереләрҙең яҙмышы
Хәтер – тереләрҙең яҙмышы

Ауылдарҙа уртаға һалып хәл итерлек көнүҙәк мәсьәләләр етерлек. Шуларҙың бер өлөшөн булһа ла хәл итеү маҡсатында, республика проектында тағы ла ҡатнашырға ҡарар иттек. Ике йыл элек ауыл халҡы Отнурок ауылында балалар майҙансығын кәртәләү проектын тормошҡа ашырған ине.

Был юлы халыҡ йыйылыштарҙа тәү сиратта үтәлергә тейешле көнүҙәк мәсьәләләрҙе һайланы: ауыл ихтыяжы өсөн трактор һатып алыу, клубты йылытыу, автобус туҡталышын йыһазландырыу йәки Отнурокта зыярат территорияһын төҙөкләндереү. Күпселек тауыш менән һуңғы проект һайланды. Төҙөкләндереү эштәренең хаҡы бер миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Һайланған инициатив төркөм халыҡ менән әүҙем эш башланы. Ауылдаштарға программаның ни өсөн булдырылыуы, һәр бер кеше проектты тормошҡа ашырыуҙа ниндәй өлөш индерә алыуы тураһында аңлатылды.

Әле ауыл хакимиәтендә мосолман һәм христиан зыяраттары Отнурок ауылының үҙәгендә тиерлек урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда ерләү өсөн урындар ҡалмаған тиерлек. Яңы зыярат ике ауыл араһында урынлашасаҡ, мосолман һәм христиан йолалары буйынса ерләүҙе ойоштороу өсөн ике өлөшкә бүленәсәк.

Участкаға документтар әҙер. Эштәрҙең бер өлөшөн үҙ көсөбөҙ менән, территорияны таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса өмәләр үткәреү һәм башҡа эштәр планлаштырыла.

 Бағыусыларҙы һәм проект яҙмышына битараф булмағандарҙы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға саҡырабыҙ.  Һорауҙарығыҙ булһа, 8 (34792) 2-02-49 йәки 8-962-521-1250 телефоны буйынса хакимиәткә шылтыратығыҙ.

Надежда ФӘЙРҮЗОВА,

Нура хакимиәте башлығы.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: