Бөтә яңылыҡтар

"Офоҡ аша атла" паркы Рәсәйҙең иң яҡшы паркы исеме өсөн көрәшә

"Офоҡ аша атла" мәҙәниәт һәм ял паркы "Рәсәй парктары" I Бөтә Рәсәй парктар премияһының "Йыл паркы. 50-100 мең кеше йәшәгән ҡалалар" номинацияһында финалсылар исемлегенә инде.

"Офоҡ аша атла" паркы Рәсәйҙең иң яҡшы паркы исеме өсөн көрәшә
"Офоҡ аша атла" паркы Рәсәйҙең иң яҡшы паркы исеме өсөн көрәшә

"Рәсәй парктары" премияһы беренсе тапҡыр үткәрелә. Был Рәсәй Төҙөлөш министрлығы, Рәсәй парктар ассоциацияһы, Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте һәм Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһының берлектәге проекты. Премияның ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, Рәсәй төбәктәренән 24 номинация буйынса 557 ғариза бирелгән.

20 марттан 2 апрелгә тиклем премияның эксперт советы ағзалары лауреаттар иҫәбенән һәр номинацияла еңеүселәрҙе билдәләү өсөн тауыш бирә, ә призерҙар 3 апрелдә Мәскәүҙә ParkSeason Expo Халыҡ-ара күргәҙмә-конференцияһында иғлан ителә һәм бүләкләнә.

Белореттағы “Офоҡ аша атла” мәҙәниәт һәм ял паркын реновациялау проекты - 2020 йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының иң яҡшы проекттары еңеүсеһе. Проект авторҙары -архитектура студияһы “Orchestra Design”, Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты һәм Белорет районы хакимиәте. Проект белореттар ҡатнашлығында эшләнгән.

"Офоҡ аша атла" абруйлы архитектура премияларында еңеү яулай: 2022 йылда ландшафт архитектураһының иң яҡшы проекты номинацияһында “Золотой Трезини” премияһының алтын дипломын ала һәм BLT Built Design Awards 2022 конкурсының “Ландшафт” номинацияһында еңеүсе була.

Автор:
Читайте нас: