Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Апрель , 12:32

Марафондың бронза призерҙары

28 мартта "Башҡортостан" дәүләт концерт залында педагогик оҫталыҡтың һөнәри конкурстарын ябыу тантанаһында "Кәрәҙ" өсөнсө республика педагогик марафонына йомғаҡ яһалды.

Марафондың бронза призерҙары
Марафондың бронза призерҙары

Йөҙҙәрсә педагогҡа үҙ ҡаҙанышын, уңышын, эрудицияһын, ижадын һәм оҫталығын күрһәтергә марафон мөмкинлек бирә.

1 мартта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында “Кәрәҙ” республика педагогия марафоны финалы үтте. Унда Белорет, Ишембай, Ҡариҙел, Бәләбәй, Өфө уҡытыусылары командалары - финалсылар осрашты. Финалдың конкурс өлөшө муниципалитет исеменән килгән уҡытыусылар командаһының презентацияһынан, иң яҡшы белем биреү тәжрибәһе һәм ҡаҙаныштары “Мин уҡытыусы – был шәп!”, “Педагогик СТиЭМ” (СТиЭМ - берлектәге ижади һәм һөҙөмтәле алымдар) һәм “Педагогика - фән, сәнғәт, оҫталыҡ һәм булмыш” кейс-чемпионаты кеүек визит карточкалары форматынан торҙо.  Һөҙөмтәләр буйынса Белорет районының “БеЛучи” командаһы Өсөнсө педагогик марафондың бронза призеры тип танылды.  

Ҡариҙел районы педагогтары командаһы марафондың - көмөш призеры. “Кәрәҙ” педагогик марафонының абсолют еңеүсеһе -  Өфө ҡалаһы командаһы.

Автор:
Читайте нас: