Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Апрель , 11:50

Ауыл хужалығы күргәҙмәһе

26 -29 мартта Өфөлә Агросәнәғәт форумы һәм «АгроКомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләне. Форумда Рәсәйҙең 40 төбәгенән 400-гә яҡын билдәле эксперт һәм эшҡыуар, Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Белоруссиянан делегациялар ҡатнашты.

Ауыл хужалығы күргәҙмәһе
Ауыл хужалығы күргәҙмәһе

Агросәнәғәт форумы һәм “Агрокомплекс” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһе Өфөлә инде 34-се тапҡыр үткәрелә. Быйыл 18 мең квадрат метр майҙанда – биш күргәҙмә комплексы майҙансыҡтарында Рәсәйҙең 40 төбәгенән 360 компания ҡатнаша. Шулай уҡ Чехия, Венгрия, Беларусь Республикаһы кеүек сит илдәрҙең компаниялары һәм вәкилдәре килде. Ә инде Красноярск крайы менән Марий Эл Республикаһы үҙ стендтарын күрһәтә.

Күргәҙмәләр комплексы алдындағы майҙанда 180 берәмек техника һәм ҙур күләмле ҡоролма экспозицияһы ҡуйылған күргәҙмә ойошторолдо. Унда ауыл хужалығы техникаһы һәм комплекттарын етештереүселәр, ветеринария һәм малсылыҡ, үҫемлекселек, ауыл хужалығы тауарын етештереү, агрохимия, ауыл хужалығы комплексы предприятиеларына хеҙмәт күрһәтеү кеүек йүнәлештә махсуслашҡан компаниялар ҙа ҡатнаша. “Агрокомплекс” күргәҙмәһе барышында фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек йәрминкәһе лә ойошторола.

Күргәҙмә барышында  ауыл хужалығында һанлы технологияларҙы индереү, ауыл сәнәғәте кластерын үҫтереү, бәләкәй формала хужалыҡ алып барған предприятиеларҙа кластерҙы һәм кооперацияны үҫтереү, тармаҡты техник һәм технологик яҡтан яңыртыу һәм башҡа башҡа йүнәлештәр буйынса секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо.

Өфөнөң “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә комлексында үткән форумда  Белорет умартасылары һәм ауыл хужалығы эшкәртеү кооперативтары вәкилдәре ҡатнашты.

Тимур Ғәлийәнов шәхси эшҡыуарлығы – умартасылыҡ продукциялары, “Хазина” кооперативы – ит ярымфабрикаттары, “Симоновтың ит ихатаһы” – колбаса һәм деликатестар,  Александр Дубровский – умартасылыҡ продукцияһы тәҡдим итте һәм район намыҫын яҡланы.

“Симоновтың ит ихатаһы”  кооперативы күргәҙмәнең көмөш миҙалына  һәм “Сочинские” хинкалиһы өсөн Дипломға, Тимур Ғәлийәновтың шәхси эшҡыуарлығы шулай уҡ көмөш миҙалға һәм “Йүкә балы” номинацияһында еңгән өсөн Дипломға, Александр Дубровский бронза миҙал, Диплом һәм умартасылыҡ оҫталығы, юғары сифатлы ҡарабойҙай балы етештереү өсөн грамотаға лайыҡ булды.

Автор:
Читайте нас: