Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Апрель , 14:47

Чемпионатты ябыу тантанаһы үтте

"Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холында "Профессионалдар-2024" чемпионатының төбәк этабын ябыу тантанаһы үтте, унда 300-ҙән ашыу уҡыусы йыйылды. Ҡатнашыусылар иҫәбендә Туризм үҙәгенең "Этнография студияһы" берекмәһе тәрбиәләнеүселәре лә булды.  

Чемпионатты ябыу тантанаһы үтте
Чемпионатты ябыу тантанаһы үтте

Андрей Ручушкин менән "Турагент эшмәкәрлеге" компетенцияһында сығыш яһаныҡ һәм II урын алдыҡ. Был беҙҙең өсөн ҙур еңеү, сөнки беҙ тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ә үҙ профилебеҙ буйынса сығыш яһамайбыҙ. Педагогтарыбыҙ Ксения Пиндюрина һәм Ольга Поповенко етәкселегендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы йүнәлеш менән таныштыҡ, туристик хеҙмәттәр күрһәтеү нескәлектәре тураһында белдек, икенсе ҡалала агентлыҡ асыу буйынса бизнес-план әҙерләнек. Офистың эшен ойоштороу өсөн бюджет иҫәпләп, тәҡдим ителгән туристик продукттарға һорау һәм тәҡдимде баһаланыҡ. Был өйгә эш булды.

Чемпионаттың конкурс программаһы бай булды. Андрей менән беҙ бөтә бурыстарҙы ла үтәй алдыҡ, командала яҡшы эшләнек, бер-беребеҙгә ярҙам иттек. Беҙҙең өсөн иң ауыры - клиентҡа тура килгән варианттар табыу, легендала бирелгән тур эҙләү һорауы менән уйлау. Шулай уҡ турагент аттестацияһы модулендәге тестар ҙа еңелдән булманы.

Әлбиттә, профессионалдар ярҙамынан тыш бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ ине. Айырыуса Елена Резникты билдәләргә теләйбеҙ, ул үҙенең уҡыу буйынса яҙмалары менән уртаҡлашты. Белорет металлургия колледжы уҡытыусыһы Елена Мирошниковаға рәхмәтлебеҙ. Унһыҙ бизнес-планды аңлап бөтөрмәгән булыр инек. Белореттағы "Пегас Туристик" офисы директоры Татьяна Щепареваға рәхмәт, ул беҙҙе документтар әйләнеше менән таныштырҙы һәм клиенттар менән нисек дөрөҫ эшләү тураһында һөйләне. Был ҙур ярҙам булды, кире ҡаҡмағанығыҙ өсөн рәхмәт! Конкурсҡа килгәндә, ул беҙҙең өсөн иң ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлыһы булып сыҡты.

Дарья Фёдорова,

“Этнография студияһы” тәрбиәләнеүсеһе.

Автор:
Читайте нас: