Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Апрель , 15:43

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы старт ала

15 апрелдән "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы башлана, уның сиктәрендә белгестәр төпкөл райондар ауылдарында күсмә диспансеризация үткәрә. Табипҡа яҙылыу кәрәкмәй - ҡабул итеү "тере” сират тәртибендә бара.

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы старт ала
"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы старт ала

 Белорет маршруты:
Сермән -  15.04-17.04
Үрге Әүжән -  18.04-22.04
Ҡағы -  23.04-24.04
Үҙән -  25.04-27.04
Үҙәнбаш -  02.05
Үткәл -  03.05
Сосновка -  06.05-07.05
Тирлән -  13.05-15.05
Абҙаҡ -  16.05-17.05

Белгестәр: невролог, офтальмолог, акушер-гинеколог, хирург, онколог, терапевт, педиатр, дөйөм практика һәм ультратауыш диагностикаһы табибы, табип-эндокринолог һәм табип-кардиолог

Тикшеренеүҙәр: электрокардиография, күҙ баҫымын үлсәү, УЗИ, дөйөм ҡан анализы, ҡандағы шәкәргә, холестеринға анализ һ.б., профилактик прививкалар үткәреү.

 Медицина поезы белгестәренә мөрәжәғәт иткәндә пациенттар үҙҙәре менән: паспорт, страховка полисы алырға тейеш.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡҡа.
 

Автор:
Читайте нас: