Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Апрель , 16:26

Һау-сәләмәт булығыҙ!

15 апрелдә йыл һайын үткәрелгән «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы старт алды.

Һау-сәләмәт булығыҙ!
Һау-сәләмәт булығыҙ!

Иң алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә тикшереү үтһен һәм тар белгестәрҙән ярҙам алһын өсөн 15 сентябргә тиклем Башҡортостан буйлап күсмә медицина комплекстары йөрөй. Ошо ваҡыт эсендә табиптар 55 муниципаль берәмектең 331 тораҡ пунктында буласаҡ. Маршруттар - алтау, улар иң төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә медицина ярҙамын алырлыҡ итеп төҙөлгән. Бөгөн “Сәләмәтлек поездары” республиканың Ауырғазы, Белорет, Ғафури, Дүртөйлө, Дыуан, Илеш, Иглин, Туймазы һәм Шишмә райондарының тораҡ пунттарында медицина тикшереүе үткәрә башланы ла инде. Белорет маршруты Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары буйлап үтә. Невролог, офтальмолог, акушер-гинеколог, хирург, онколог, терапевт, педиатр, дөйөм практика һәм ультратауыш диагностикаһы табибы, табип-эндокринолог һәм табип-кардиолог кеүек табиптар ауылдар халҡын ҡабул итә. Электрокардиография, күҙ баҫымын үлсәү, УЗИ, дөйөм ҡан анализы, ҡандағы шәкәргә, холестеринға анализ, профилактик прививкалар үткәреү ҡаралған.
“Сәләмәтлек поезы” тәүгеләрҙән булып Сермән һәм эргә-тирә ауылдар халҡын ҡабул итте. 15 апрелдән 17-һенә тиклем Аҙналы, Әзекәй, Ҡоҙғон-Әхмәр, Ҡарайылға, Олойылға, Ҡарағай йорт ауылдары халҡына күсмә медицина комплекстары урынлашҡан Сер мән ауылына алып барыу ойошторолдо. Өс көн дауамында невролог - 74, окулист - 83, хирург - 10, стоматолог - 41, уролог - 23, акушер-гинеколог 18 пациентты ҡабул иткән. Дөйөм практика табибына - 103, маммографка - 78, флюорографка - 103, сәләмәтлек үҙәгенә - 140, эндокринологҡа - 37, лорға 31 кеше мөрәжәғәт иткән. 54 кеше ультратауыш тикшереүе үткән. Паллиатив медицина хеҙмәткәре Ҡарағай йортта - 4, Аҙналыла 2 пациентты ҡарай. Өс көн дауамында биохимик, дөйөм ҡан һәм башҡа анализдар тапшырыу мөмкинлеге булды.
Белорет маршруты районда медицина тикшереүен 17 майға тиклем дауам итә. Белорет маршруты:
Үрге Әүжән - 18-22 апрель;
Ҡағы - 23, 24 апрель;
Үҙән - 25-27 апрель;
Үҙәнбаш - 2 май;
Үткәл - 3 май;
Сосновка - 6, 7 май;
Тирлән - 13-15 май;
Абҙаҡ - 16, 17 май.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тикшереүбушлай үткәрелә. Белгестәргәяҙылырға кәрәкмәй - ҡабул итеүсират тәртибендә башҡарыла. Иңмөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәммотлаҡ медицина страховкаһы полисын алығыҙ. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау  һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты - сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: