Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйыҡтар төҙөкләндерелә

Быйыл 227 күп фатирлы йорттоң ҡыйығын ремонтлау планлаштырыла. Әлеге көндә 38 йортта ремонт эштәре бара, ә 14-ендә эштәр тамамланған.

Ҡыйыҡтар төҙөкләндерелә
Ҡыйыҡтар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда йорт ҡыйыҡтарын ремонтлау өсөнсө йыл рәттән республика ҡаҙнаһынан берлектә финанслана. 2022 йылда республика һәм муниципаль берәмектәр бюджеттарынан 27 муниципалитетта 33 ҡыйыҡты капиталь төҙөкләндереү өсөн 98 миллион һум бүленде. 2023 йылда иһә республика һәм муниципаль берәмектәр бюджетынан 26 муниципалитетта 34 ҡыйыҡты капиталь ремонтлау өсөн 124 миллион һум йүнәлтелде – был йорттар ауыл ерендә урынлашҡан, унда күп фатирлы йорттар аҙ, шуға ремонт эштәрен башҡарыу өсөн йыйылған аҡса ғына етмәй.

Ағымдағы йылда аҡса күләме артты һәм райондарҙың географияһы киңәйҙе. Республиканың 61 муниципалитетында 136 ҡыйыҡты ремонтлауға бюджеттан 451 миллион һум бүленде.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь төҙөкләндереү эштәре өсөн 5,5 миллиард һум йүнәлтеү тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: