Бөтә яңылыҡтар

Тағы ла бер уңайлы ихата барлыҡҡа киләсәк

Ҡаланың Косоротов урамындағы ихата биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эштәр бара. Төҙөкләндереү эштәре "Башҡорт ихаталары" республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Тағы ла бер уңайлы ихата барлыҡҡа киләсәк
Тағы ла бер уңайлы ихата барлыҡҡа киләсәк

9 һәм 9 “а” йорттары ихаталарында ремонт асфальт-бетон япма түшәүҙе, тротуарҙар төҙөүҙе һәм автомобилдәр ҡуйыу өсөн урындарҙы киңәйтеүҙе, эргә-тирәләге территорияны йәшелләндереүҙе, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаларын монтажлауҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, йорттоң икенсе яғында, үҙәк китапханаға инеү алдында, балалар майҙансығы һәм йәйәүлеләр өсөн юлдар төҙөләсәк.

Объектты тапшырыу ваҡыты - 31 август. Төҙөкләндереүҙе Белоруссияның "Новобрикс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Предприятиеның белгестәре республиканың башҡа тораҡ пункттарында ла, мәҫәлән, Бөрө һәм Кушнаренкола, ихаталарҙы йыһазландыра.

Фотолар: "Белорецкий рабочий" сайтынан. 

Автор:
Читайте нас: