+23 °С
Облачно
Шәреташ территорияһында 50 урынлыҡ өс ҡатлы мини-отель, 8 кешелек хостел, шулай уҡ 1300 метр оҙонлоҡтағы зиплайн барлыҡҡа киләсәк.
Төҙөлөш менән урындағы эшҡыуар Азамат Ғәйнетдинов шөғөлләнә. Уның һүҙҙәренсә, ул проектҡа 40 миллион һумдан ашыу аҡса һалған. Хәҙерге ваҡытта күл һәм территория төҙөкләндерелә.
Зиплайнға килгәндә, эшҡыуар әйтеүенсә, уның Шәреташ янында барлыҡҡа килеү ваҡытын аныҡ ҡына әйтеүе әлегә ҡыйын, сөнки Ҡытайҙан уның өсөн ҡорамалдар көҙ аҙағынаса килтерелеүе көтөлә.