Бөтә яңылыҡтар

Янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға - яңы махсус техника

18 июндә Өфөлә Рәсәй Федерацияһының граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса министры, генерал-лейтенант Александр Куренков һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға яңы махсус техника һәм ҡорамал асҡыстары, сертификаттар тапшырҙы.

Янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға - яңы махсус техника
Янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға - яңы махсус техника

Республика 36 берәмек техника: 8 автоцистерна, 4 автобаҫҡыс, ауыр класлы авария-ҡотҡарыу автомобиле, һауа мендәрендәге «Славир-9У» судноһы, «Бурлак» ҡарҙан һәм һаҙыҡтан йөрөү өсөн техника, водолаз ҡорамалдары менән йыһазландырылған ГАЗ-27527 авария-ҡотҡарыу автомобиле, еңел класлы авария-ҡотҡарыу автомобиле, 2 квадроцикл, 2 ҡаргиҙәр алды.

Махсус техника Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм 21 районда ғәҙәттән тыш дежурға баҫа. Был көндө Инйәр ауыл хакимиәте һәм Үрге Әүжән янғын часы тағы ла бер техникаға - автоцистернаға тулыланды. 

«Ут менән көрәштә күп нәмә ваҡытҡа бәйле, янғын ваҡытында ул беҙҙең файҙаға түгел, шуға күрә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында янғын-ҡотҡарыу подразделениеларын заманса техника менән тәьмин итеү өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып тора. Ниндәй генә заманса техника булмаһын, иң мөһиме – беҙҙең янғын һүндереүселәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың һөнәри оҫталығы. Һәр берегеҙгә фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, сөнки тап ошо эш һөҙөмтәһендә граждандарҙың ғүмере ҡотҡарыла һәм мөлкәте һаҡлап ҡалына. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа именлек мәсьәләләрендә ярҙам күрһәткәне һәм халыҡты яҡлауҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт. Уртаҡ тырышлыҡтың һөҙөмтәһе – йыл һайын меңләгән ҡотҡарылған ғүмер!», - тине Александр Куренков.

Быйыл биш айҙа ғына республикала 4 меңдән ашыу янғын һүндерелгән һәм 823 кешенең ғүмере ҡотҡарылған.

Автор:
Читайте нас: