Милли проекттар
3 Июля 2024, 12:40

Федераль программа уңышлы эшләй

"Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһына ярашлы ҡалала төҙөкләндереү эштәре бара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Федераль программа уңышлы эшләйФедераль программа уңышлы эшләй
Федераль программа уңышлы эшләй

Был миҙгелдә ике яңы биләмә, ЗАГС янында һәм Ағиҙел күпере (Бельский) янындағы яр буйы, төҙөләсәк. Шулай уҡ Блюхер һәйкәле артындағы паркта һәм Уҡытыусылар скверында төҙөлөш эштәре дауам ителә.  ЗАГС эргәһендә төп эш күләме башҡарылған: юлдар билдәләнгән, бордюрҙар һалынған, майҙансыҡтың уртаһында ике йөрәк рәүешендәге инсталляция буласаҡ, унда яңы өйләнешкәндәргә фотоға төшөү мөмкинлеге буласаҡ.  Шулай уҡ бында аркалар, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыла.

Ағиҙел күпере янындағы яр буйына төҙөкләндереүҙе әлегә күҙәтеү майҙансығынан башланған, уның өсөн подрядсы нигеҙен әҙерләгән.

Автор: