Бөтә яңылыҡтар

Белорет ҡалаһының йылылыҡ селтәрҙәрен реконструкциялауҙы Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы ғәмәлләштерергә ниәтләйҙәр

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостанда йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек барышы тураһында һөйләне. Ул айырыуса Белорет ҡалаһындағы коммуналь аварияларға диҡҡәт итте.

Белорет ҡалаһының йылылыҡ селтәрҙәрен реконструкциялауҙы Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы ғәмәлләштерергә ниәтләйҙәр
Белорет ҡалаһының йылылыҡ селтәрҙәрен реконструкциялауҙы Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы ғәмәлләштерергә ниәтләйҙәр

Ошоға бәйле быйыл республика ҡаҙнаһынан ҡаланың йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрҙәрен капиталь ремонтлауға 100 миллион һум бүленгән, төҙөлөш-монтаж эштәренә контракт төҙөлгән. Бынан тыш, Белореттың йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрен реконструкциялауға РАИП арҡылы 384 миллион һум бүлеү йәһәтенән республика Хөкүмәтенә документтар йүнәлтелгән.  

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: