Программа алты йәшкәсә балаһы булған ғаиләләргә ҡағыла. Алыҫ Көнсығышта йәшәүселәр өсөн дә программа буйынса ставка — 6%.
Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, шулай уҡ Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһендә йәшәүселәр өсөн кредиттың суммаһы — 12 миллион һумға тиклем. Башҡа төбәктәрҙә иһә 6 миллион һумғаса. Беренсе иғәнә 20% тәшкил итә.
Бала тыуған осраҡта элек бирелгән кредитты рефинансларға рөхсәт ителә.
Бынан тыш, яңы төҙөлгән йорттарға ғаилә ипотекаһын түбәндәге ғаиләләр алырға мөмкин:
- бәләкәй ҡалалаларҙа (50 меңгә тиклем кеше) йәшәгән һәм ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр;
- төҙөлөш күләме түбән төбәктәрҙә йәки шәхси үҫеш программалары булған төбәктәрҙә йәшәгән, ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр;
- инвалид бала ҡараған ғаиләләр.
Бер генә льготалы кредит алырға мөмкин — бынан алдараҡ бирелгән льготалы ипотека кредиттары иҫәпкә алына.