Республика Башлығы Радий Хәбировтың башҡорт телен үҫтереүгә бәйле мәсьәләгә етди иғтибар биреүе һуңғы биш йылда әсә телен һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән дәүләт программаларының, хуплау сараларының тормошҡа ашырылыуына булышлыҡ итте.
2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды. Коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың эшмәкәрлеге 2019 йылдың февраленән башлап ғәмәлләшеп килә. Маҡсаты - телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән граждандар башланғыстарына ярҙам итеү, бөтә йәш төркөмдәре араһында туған телде популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу, башҡорт телен цифрлаштырыу һәм уҡытыу ҡушымталарын булдырыу.
Башҡорт телен Интернет-ресурстар арҡылы популярлаштырыу - телебеҙҙең үҫешен тәьмин иткән иң уңышлы йүнәлештәрҙең береһе. 2021 йылдан “Интерактив башҡорт теле” электрон веб-ресурсы өҫтөндә әүҙем эш алып барыла (https://basic.bashlang.ru/). Бында башҡорт телен өйрәнеү өсөн 14 мобиль ҡушымта һәм ҡараусылар һаны 5 миллионға еткән популяр видеороликтар менән танышырға мөмкин. Рус һәм башҡорт телдәрендә булдырылған https://ramigaripov.ru/ сайтын да 540 меңдән ашыу кеше ҡарап өлгөргән. 2023-2024 йылдарҙа башҡорт телендә һөйләшкән “Һомай” аҡыллы колонкаһы ғәмәлләште.
2020-2022 йылдарҙа башҡорт теленән - рус, рус теленән башҡорт теленә онлайн-тәржемәсе булдырылды: https://bashkortsoft.ru/. Күптән түгел иһә Аҡмулла университеты эксперты һәм уның командаһы ярҙамында башҡорт теле Google компанияһының тәржемә сервистарында пәйҙә булды.
Интернет селтәрендә башҡорт телен тағы ниндәй ысулдар ярҙамында популярлаштырырға мөмкин? Ошо һорау менән Аҡмулла университетының Р.Ғ. Кузеев исемендәге мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш белгесе, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, башҡорт телен Google компанияһының тәржемә сервистарына индереү өҫтөндә эшләүселәрҙең береһе - Искәндәр Алик улы ШАКИРОВҡа мөрәжәғәт иттек.
- Дөрөҫөн әйткәндә, Интернет селтәрендә башҡорт телен популярлаштырыу буйынса идеялар ғәйәт күп ул. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә күптәр аудиокитап йә аудиояҙмалар тыңлауҙы хуп күрә. Шуға ла ошо юҫыҡта башҡорт телендә аудиояҙмалар булдырыу телебеҙҙең үҫешен тәьмин иткән бихисап маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер ине, моғайын. Әйткәндәй, хәҙер “яһалма тауыш” (искусственный голос) ярҙамында төрлө аудиотекстар яҙҙырырға мөмкин. Мәҫәлән, “Һомай” аҡыллы колонкаһы башҡорт телендәге текстты “уҡый” ала. Беҙҙең хыял - рус һәм сит ил әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеп, башҡортса аудиокитаптар булдырыу. Бына шул саҡта телебеҙ әүҙем өйрәнелер, үҙләштерерлер, модалы телдәрҙең береһе булып китер ине. Әйткәндәй, күҙаллауҙар буйынса, киләсәктә бөтә эш-ғәмәлдәр тик тауыш ярҙамында ғына тормошҡа ашырыласаҡ.