Бөтә яңылыҡтар

Ноҡатта ла фельшер-акушерлыҡ пункты буласаҡ

Ноҡат ауылында һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы буйынса модуль фельдшер-акушерлыҡ пунктын монтажлау башланды.

Ноҡатта ла фельшер-акушерлыҡ пункты буласаҡ
Ноҡатта ла фельшер-акушерлыҡ пункты буласаҡ

Элекке бина иҫке, ремонтҡа яраҡһыҙ. Яңы модулле медицина бинаһын урынлаштырыу өсөн әҙерлек эштәре тамамланған. Участкала свайҙар ҡуйылған, әле фельдшер-акушерлыҡ пунктын йыйыу эштәре бара. Яңы пункттың майҙаны етмеш квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Бында фельдшер ҡабул итеү кабинеты, күҙәтеү һәм процедура кабинеттары, холл һәм санитар биналар йыһазландырыла.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты Ноҡат, Арышпар һәм Айыс тораҡ пункттарында йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерәсәк. Был яҡынса йөҙ етмеш кеше.

Быйыл Үткәл, Ҡоҙғон-Әхмәр, Ғәбдөк һәм Аҙналы ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләй башланы. Йыл аҙағына тиклем Ҡаһарман, Новобельский һәм Рысыҡайҙа тағы өс ФАП төҙөү планлаштырыла.

Сығанағы - Андрей Иванюта.

Автор:
Читайте нас: