Ә бит милли асыл, булмыш, хатта ки уңышлылыҡ сере лә, тәү сиратта, әсә һөтө, әсә теле аша һалына. Туған тел арҡылы донъяны танып белеү, һөнәрҙәргә өйрәнеү рухи ҡәнәғәтлек бирә; камил шәхес булып формалашырға, үҙеңде уратып алған мөхит менән аһәңлелектә йәшәргә ярҙам итә.
Шөкөр, башҡорт телен өйрәнеү, үҙләштереү йәһәтенән төбәктә һуңғы бер нисә йылда алға китеш күҙәтелә. 2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды. Коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың эшмәкәрлеге 2019 йылдың февраленән башлап тормошҡа ашырыла. Маҡсаты - телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән граждандар башланғыстарына ярҙам итеү, бөтә йәш төркөмдәре араһында туған телде популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы ғәмәлләштереү, башҡорт телен һанлаштырыу һәм уҡытыу ҡушымталарын булдырыу.
Фонд арҡылы бойомға ашырылған уңышлы проекттарҙың береһе - “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһына йылдан-йыл ҡыҙыҡһыныу арта: 2019 йылда сарала 70 мең кеше ҡатнашһа, быйыл иһә - 408 399. Белореттар ҙа һәр ваҡыттағыса әүҙем булды: быйыл район-ҡаланан 4 300 самаһы кеше диктант яҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был акцияла ҡатнашып, республикала йәшәгән төп халыҡтың туған телен яҡлау кәрәклеген күрһәтә:
- Башҡорт телендә диктантты сит илдәрҙә лә яҙалар, һәм был беҙҙе сикһеҙ шатландыра. Башҡорт телен өйрәнеүгә, айырыуса балалар һәм йәштәр араһында, ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн күп нәмәләр эшләйбеҙ. Был - яңы, заманса уҡытыу методикалары, мәктәптәрҙә йәш уҡытыусылар, киң мәғлүмәт сараларында сағыу проекттар, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға тәғәйен гранттар. Һәм “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” шундай эштең яҡшы миҫалы булып тора.
Район-ҡалала ла башҡорт телен өйрәнеүгә етди иғтибар бүленә. Милли мәғариф алдында туған телдә белем һәм тәрбиә алыу өсөн тейешле шарттар булдырыу, уҡытыусыларҙың заманса мәғлүмәт технологиялары менән ҡулланыуын юғары кимәлгә еткереү, туған телдәрҙе уҡытыу сифатын үҫтереү ише мөһим бурыстар ҡуйылған. Республика Хөкүмәтенең был йәһәттән ҡулай шарттар тыуҙырыуы иһә педагогтарға маҡсатҡа ярашлы эш алып барырға мөмкинлек бирә.
Белорет ҡалаһының милли инновацион белем биреү ойошмаларының береһе - Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында тиҫтә йылдар хеҙмәт йөгөн тартҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, филология фәндәре кандидаты, ижадсы - Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы ҠАҺАРМАНОВАның һөҙөмтәле эшмәкәрлеге, мәҫәлән, быға асыҡ дәлил. Ваҡытында ҡаланың 5-се һанлы балалар баҡсаһында иң тәүгеләрҙән булып үҙ программаһы буйынса урыҫ балаларына башҡорт телен өйрәткән педагогтың йылдар дауамында тупланған оҫталығы, алтын аҡылы нисәмә быуын уҡыусыларҙы төплө аң-белем менән байыта. Әсә теленә һөйөү уятыу, милли асылды, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе төшөндөрөү йәһәтенән дә ғәйәт ҙур эш алып бара ул.
Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙының етәкселеге аҫтында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Сәсәнлек мәктәбе” түңәрәге, “Иҙел башы” фольклор төркөмө эшләп килә. Уҡыусылар йыл һайын зона һәм төбәк-ара кимәлдә ойошторолған “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр конкурсында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Мәҫәлән, быйыл ҡобайырҙы тотош яттан белгән, думбырала, ҡумыҙҙа оҫта уйнаған XI класс уҡыусыһы Регина Ғәлиева төбәк-ара конкурстың йомғаҡлау этабында абсолют еңеүсе тип билдәләнһә, “Иҙел башы” фольклор төркөмө иһә II урынға лайыҡ булды. Бынан тыш, XI класс уҡыусыһы Ильяс Шаһиязданов “Иң яҡшы ир-егет образы” номинацияһында еңеү яуланы.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙған республика, төбәк-ара, федераль олимпиадаларҙа ла Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙының уҡыусылары һынатмай. Быйыл гимназияны тамамлаған Регина Ғәлиева ике йыл рәттән мәктәп уҡыусыларының Башҡорт дәүләт университеты базаһында ойошторолған Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында призлы урынға лайыҡ булып, шуның һөҙөмтәһе арҡылы ошо юғары уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инде. Иң мөһиме, ул бер йыл дауамында ай һайын 58 мең һум өҫтәмә стипендия алып торасаҡ! Быға тиклем дә Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙының уҡыусылары интеллектуаль һәләттәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурс-сараларҙа яҡшы нәтижә күрһәтеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһын алыуға өлгәштеләр.
Уҡыусыларҙың тап башҡорт теленән Берҙәм дәүләт имтиханын һайлауы ла Сәриә Ҡаһарманованың үҙ предметына һөйөү уята алыуы, йәш быуынға рухи тәрбиә биреүе хаҡында һөйләй. Башҡорт теленән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған гимназистар - Ильяс Шаһиязданов - 100, Арыҫлан Хөсәйенов 95 балл йыйып, белем кимәлдәренең юғарылығын дәлилләнеләр.
Фиҙаҡәр хеҙмәттең төрлө гранттар һәм проекттар арҡылы баһаланыуы ла эш һөҙөмтәһенә ыңғай йоғонто яһай. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлек һәм республика мәғарифы үҫешенә тос өлөш индергән өсөн Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы ике тапҡыр “Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы” булараҡ аҡсалата дәртләндереү сараһына лайыҡ була. Бынан тыш, “Рәсәй Федерацияһының яҡшы уҡытыусылары” конкурсының еңеүсеһе лә ул.
Ә 2023 йылда иһә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты “Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған кабинеттарҙы мультимедиа комплекстары менән тәьмин итеү буйынса республика конкурсында еңеүсе булды. Шулай уҡ Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы етәкселек иткән медиастудияға “Мәктәпте инициативлы бюджетлау” проектына ярашлы республика ҡаҙнаһынан - ярты миллион һум, район хакимиәтенән 55 мең һум аҡсалата ярҙам бүленде. Урындағы эшҡыуарҙар, атай-әсәйҙәр комитеты ла был изге ғәмәлдән ситтә ҡалманы. Яңы медиастудия роликтарҙы монтажлау өсөн заманса ноутбук, профессиональ яҡтыртыу приборҙары, видеокамера, уңайлы йыһаз менән тулыланды.
- Балаларҙың күңеленә милли рух һала алғанмын икән, тимәк, күп йыллыҡ эш тәжрибәм, хеҙмәтем юҡҡа түгел. Үҙемдән аша ҡарап торған уҡыусыларымдың яныма килеп, “Әсәм теленә һөйөү уятҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә”, - тиеүе бөтә баһаларҙан да ҡәҙерлерәк, - ти Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ менән.
Лариса Әхмәтшина,
район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса
методисы, йәмәғәт лидеры:
- Һуңғы өс йылда район-ҡалала 9 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы гранттары еңеүселәре булды. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023» төбәк-ара конкурсының «Педагогик эшмәкәрлектә инновацион технологияларҙы ҡулланыу» номинацияһында 21-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсибәр Шакирова еңеүсе тип билдәләнһә, быйылғыһында Үткәл мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурсилә Йомағужина яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының махсус призына лайыҡ булды. Уҙған йыл “Педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында 13-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Шәғәлиева еңеүгә өлгәште. Ошо уҡ йылда “Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары” республика конкурсында Сосновка мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Әбсәләмова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гөлназ Байрамғәлина еңеү яуланы.
Бөтә мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары бар. Уҡытыусыларҙың көсө менән бай методик материал тупланған, ул даими рәүештә яңыртылып тора. Техник саралар менән йыһазландырыу 68 процентты тәшкил итә. Кабинеттарҙа бөтә кәрәкле материалдар: таблицалар, методик әсбаптар, аудио-видеояҙмалар, электрон дәреслектәр, әҙәбиәт һәм һүҙлектәр, предмет буйынса дәреслектәр бар. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, лицей-интернат, 21-се мәктәп, Инйәрҙең 2-се мәктәбе, 14-се, 17-се гимназиялар, Абҙаҡ мәктәбе интерактив таҡта һәм һанлы проектор менән тәьмин ителгән. Йәнә, Белорет лицей-интернаты быйыл башҡорт телендә һөйләшкән “Һомай” аҡыллы колонкаһын алып һөйөндө.
Бынан тыш, районда башҡорт телен үҙләштереүгә, һаҡлауға йүнәлтелгән сараларға айырата диҡҡәт ителә. Башҡорт теле, Милли костюм, Республика, Башҡорт ғаиләһе көндәре, йола байрамдары рухи күтәренкелек, берҙәмлек менән үтә.
Башҡортостан Башлығы ярҙамы менән "Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү" проектының киң үҫеш алыуына һөйөнәм.