Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Август 2024, 22:56

Ярҙам программалары оҙайтылды

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы фермерҙарға ярҙам итеү буйынса барлыҡ программаларҙың 2030 йылға тиклем оҙайтылыуын раҫланы.

Ярҙам программалары оҙайтылды
Ярҙам программалары оҙайтылды

Йүнселдәргә артабан да федераль һәм төбәк бюджетынан ярҙам күрһәтеләсәк, аҡса мөмкин тиклем максималь кимәлдә файҙаланыласаҡ. Был хаҡта ЦУР-ҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.

«Башинформ» быға тиклем хәбәр итеүенсә, 2019-2023 йылдарҙа Башҡортостан хужалыҡтары дөйөм 3,312 миллиард һумлыҡ грант ярҙамы алған. 552 эш урыны булдырылған. Быйыл был маҡсатта 422 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, 100 эш урыны булдырыу планлаштырыла.

Бөгөн Башҡортостанда 8400-ҙән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә, улар йыл һайын тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 15 процентын етештерә. Бөгөн фермерҙар республика сәсеүлек майҙандарының 35 процентына сәсә, шулай уҡ дөйөм һыйырҙар һанының 19 проценттан ашыуын, 35 процент йылҡы, 11 процент һарыҡ-кәзә тота.

Автор:
Читайте нас: