Биш йыл эсендә төбәктә 400 мең кеше йәшәгән 1326 ихата төҙөкләндерелгән. 2024 йылда тағы ла 143 ихата яңы һулыш аласаҡ. Финанслауға килгәндә, аҡсаның күп өлөшө, йәғни 94 проценты республика бюджетынан бүленә. Алдағы йылда төҙөкләндереү планлаштырылған ихата биләмәләре исемлегендә төбәктең 30-ҙан ашыу районы бар.
Төҙөкләндереү тураһында ҡарар торлаҡ хужаларының дөйөм йыйылышында ҡабул ителә. Программа балалар һәм спорт майҙансыҡтары, парковкалар төҙөүҙе, йәшелләндереүҙе һәм башҡа эштәрҙе үҙ эсенә ала. Эштәрҙең сифатын белгестәр контролдә тота, халыҡтың да фекере иҫәпкә алына.
- Ихатаға инәбеҙ икән, тимәк, барыһын да тәртипкә килтерергә кәрәк. Шунда уҡ подъездарҙы төҙөкләндерергә, ҡыйыҡ-фасадтарҙы тәртипкә килтерергә һәм башҡаһы. “Башҡорт ихаталары” - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иң яҡшы проект. Был программаны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы.
Белоретта ла был мөһим программа уңышлы ғәмәлләшә. Бер-бер артлы күп фатирлы йорт ихаталарында бөтә уңайлыҡтары булған заманса, күркәм майҙансыҡтар барлыҡҡа килә. “Башҡорт ихаталары”н төҙөү комплекслы эш рәүешендә планлаштырыла: резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, йәшелләндереү, автомобилдәр өсөн туҡталҡа булдырыу, үткәүелдәргә һәм тротуарҙарға асфальт түшәү, мәғлүмәт стенды, тышҡы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмалары, шулай уҡ бәләкәй архитектура формалары ҡуйыу.
Күп фатирлы йортта йәшәүселәр проект вариантын ғына түгел, өҫтәмә опцияларҙы ла һайлай ала, мәҫәлән, ниндәй материалдар, юл япмаһы ҡулланырға һәм башҡаһы. Башҡарылған эш өсөн өс йылдан да кәм булмаған гарантия ваҡыты билдәләнә. Әгәр ошо арауыҡта ниндәйҙер етешһеҙлектәр асыҡланһа, уларҙы подрядсы рәтләргә бурыслы.
Быйыл йәй Белореттың Косоротов урамындағы 9-сы һәм 9а һанлы йорттарҙың ихата биләмәләре төҙөкләндерелә. Проекттың дөйөм хаҡы яҡынса 16 миллион һум. Әле территория зоналарға бүленеп, йорт подъездары эргәһендәге тротуарҙарға асфальт түшәлгән, әҙерлек эштәре башҡарылған.
Төҙөкләндереү эшенә тотонор алдынан ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашты. Бергәләп проектты, күҙалланған эштәр күләмен тикшерҙеләр, инициативалы төркөм һайланылар. Бөтә тәҡдимдәрҙе йорт старосталары протоколға индереп, проектлаусыға тапшырҙылар.
Былтыр Белоретта Крупская урамындағы 44, 46, 48, 50, 52, 54-се йорттар янындағы 22 мең квадрат метрлыҡ ихата биләмәһе төҙөкләндерелде. Заманса балалар һәм спорт майҙансыҡтары, иркен парковкалар, йәйәүлеләр өсөн зона барлыҡҡа килде, видеокүҙәтеү, яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр ҡуйылды. Проекттың дөйөм хаҡы 44,9 млн. һум тәшкил итте.
Һуңғы өс йылда ҡалала 20 күп фатирлы йорт биләмәһендәге 6 ихата төҙөкләндерелгән. 2021 йылда Киров урамы, 60, 62, 64, Ленин урамы 27, 29, Тюленин урамы, 1, 1а, Коммуналь урам, 25, Силәбе урамы, 7, 11 адресы буйынса ихаталар тәртипкә килтерелгән. Проекттарҙың хаҡы - 38,7 млн. һум.
2022 йылда ҡаланың Пушкин урамында 56а, 58, 58а, 60а һанлы йорт ихаталары ремонтлана. Проект хаҡы - 20, 2 млн. һум.
Күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров "Башҡорт ихаталары" программаһының 2025 йылға тиклем оҙайтылыуы тураһында хәбәр итте. Был яңылыҡты төбәк халҡы шатланып ҡабул ҡылды. Сөнки проект ысынлап та ябай кешеләрҙең мәнфәғәте өсөн йүнәлтелгән.
- Программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән ине, әммә беҙ уны оҙайтырға ҡарар иттек - ул бик талап ителгән булып сыҡты. 2025 йылға планда 120 ихата биләмәһен масштаблы реконструкциялау, - тип яңылыҡ менән уртаҡлашты Башҡортостан етәксеһе.
Дилә ХӘМЗИНА, Белорет районы Советы рәйесе, йәмәғәт лидеры:
- Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ғәмәлләшкән был проект йылдар дауамында ташландыҡ хәлдә булған ихаталарға ысын мәғәнәһендә йән өрҙө. Программа арҡылы Белореттағы күп фатирлы йорттар янында резина менән ҡапланған, кәртәләнгән балалар һәм спорт майҙансыҡтары, махсус йыһазландырылған парковкалар барлыҡҡа килде. Тышҡы яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылды, тротуарҙар, юлдар асфальтланды.
"Башҡорт ихаталары" программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ҡалабыҙ уғата йәмләнеп, йәнләнеп ҡалды. Бындай эш киләсәктә лә дауам ителер тип ышанам.