Мәғлүмәт үҙәге ойошторған сара "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң Белорет, Бәләбәй, Бөрө, Сибай, Октябрьский, Өфө, Нефтекама бүлексәләрен берләштерҙе. Матбуғатсылар ял итергә генә түгел, ә тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшергә лә килгән. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған полиграфия хеҙмәткәрҙәре Белорет мәғлүмәт үҙәгенең типографияһы менән танышты, цехтар буйлап йөрөнө, коллегалары менән аралашты.
Сибай ҡала типографияһының өлкән мастеры Гүзәл Исмәғилева ла Белорет мәғлүмәт үҙәге менән танышып сыҡҡандан һуң, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Коллегалар менән аралашыу, уларҙың эш, хеҙмәт шарттары менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу алға тағыф ла тырышыбыраҡ эшләргә көс һәм дәрт бирә. Беҙҙекенән айырмалы, бында цехтар, бүлмәләр иркен һәм ҙур. Һәр бүлек өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Эш өсөн уңайлы мөхит булдырылған. Ҡорамалдар, Белорет типографияһы етештергән продукция менән танышыу мөмкинлеге тейҙе.
Нәшриәт йорто бүлексәләре бер эш башҡара - бергәләп мәғлүмәт көн тәртибен алға этәрә, һәр кеше күнеккән полиграфия продукцияһын - баҫма киң мәғлүмәт саралары, сувенир һәм реклама продукцияһы, төрлө листовкалар, документ бланкылары баҫтыра. Әгәр республика журналистарының йыл һайын "Журфест"ҡа йыйылыу мөмкинлеге бар икән, полиграфистарҙың да бына икенсе йыл инде үҙ фестивале ойошторола.