Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь , 16:24

Торған еребеҙ күркәм, уңайлы булһын өсөн

Һуңғы биш йыл эсендә республика район-ҡалалары күҙгә күренеп күркәмләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк менән идара итеүенең тәүге мөҙҙәтендә үк тораҡ пункттарҙы йәмләндереү, тәртипкә килтереү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙы муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын ғәмәлләштереүҙә төп йүнәлештәрҙең береһе тип билдәләгәйне. “Беҙҙең дөйөм хыялыбыҙ - тораҡ пункттарҙы төҙөк, тәрбиәле һәм таҙа итеп күреү”, - ти етәксе был йәһәттән. 

Торған еребеҙ күркәм, уңайлы булһын өсөн
Торған еребеҙ күркәм, уңайлы булһын өсөн

2019-2024 йылдарҙа республикала йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм реновациялау буйынса ҙур эш атҡарылған. Күп проекттар федераль аҡса йәлеп итеү арҡылы ғәмәлләшә - был төбәк етәкселегенең фиҙаҡәр эш һөҙөмтәһе. Биш йыл эсендә генә “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” проекты ярҙамында Башҡортостанда 683 объект һәм йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән. Федераль бюджеттан йәлеп ителгән субсидияларҙың дөйөм күләме 6,5 миллиард һум тәшкил итә.
Әйткәндәй, республикала йәмәғәт киңлеген формалаштырыуға бәйле бөтә проекттар ҙа халыҡтың әүҙем ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла. Уларҙа экологияны яҡшыртыуға, энергияны һөҙөмтәле файҙаланыуға һәм ҡала мөхитенә тотороҡлолоҡҡа йүнәлтелгән инновацион ҡарарҙар ҡулланыла. Шуны ла билдәләү зарур: яңы һәм яңыртылған парктарҙың проекттары бер-береһенә оҡшамаған. Иң мөһиме, уларҙа республикала йәшәгән төрлө халыҡтарҙың, конфессияларҙың традициялары һәм менталитеты иҫәпкә алына.
2023 йылда Белорет илдең Ҡала мөхите сифаты индексы рейтингының йәшел зонаһына инде. Һуңғы бер нисә йыл эсендә генә ҡалала дөйөм майҙаны 25 гектарҙы тәшкил иткән йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән. 2020 йылда “Офоҡто ашатла” мәҙәниәт һәм ял паркы проекты  Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи тораҡ пункттарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Төҙөкләндереү эштәре иһә 2021-2022 йылдарҙа тормошҡа ашырылды. Һөҙөмтәлә парк территорияһы бер нисә тапҡырға ҙурайҙы. Айырыуса ҡаялағы бормалы баҫҡыс ҙур иғтибарға лайыҡ. Объект ҡыҙыҡлы яҡтыртҡыс һәм күҙәтеү майҙансығы менән дә уникаль. Был проект архитектура өлкәһендәге халыҡ-ара конкурстың (BLT Built Design Awards) “Ландшафт” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды, йәнә “Алтын Трезини” халыҡ-ара архитектура-дизайн премияһының алтын дипломына лайыҡ булды. Парк шулай уҡ  “Иң яҡшы муниципаль практика” республика конкурсында ла еңеү яуланы.   
Бынан тыш, Белорет металлургия комбинаты йүнәлешендәге баҫҡыс һәм ҡойма төҙөкләндерелде. Был ҙур проект  бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр конкурсында еңгән аҡсаға тормошҡа ашырылды.
Ниһайәт, беҙҙә яңыртылған заманса пляж барлыҡҡа килде. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары, сәхнә, ҡыҙыныр өсөн уңайлы эскәмйәләр, кейем алмаштырыу кабиналары, бәләкәй архитектур формалар булдырылды; автомобилдәр ҡуйыу урыны, кафе бинаһы, бәҙрәф төҙөлдө. Әйтергә кәрәк, хозур тәбиғәтле был күркәм урындан йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй.   
“Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы буйынса әлеге мәлдә ҡалала Никах һарайы биләмәһендә, Ағиҙел күпере эргәһендәге яр буйында, Уҡытыусылар скверында, Блюхер һәйкәле артындағы паркта төҙөлөш эштәре тормошҡа ашырыла. Никах һарайы эргәһендәге төҙөкләндереү эштәре ахырына яҡынлаша. Әле бында юлдар, бордюрҙар һалынған, йәпле эскәмйәләр, күркәм аркалар ҡуйылған, майҙансыҡ уртаһында ике йөрәк рәүешендәге инсталляция өсөн нигеҙ билдәләнгән. Йәнә видеокүҙәтеү, яҡтыртыу ҡоролмалары йәһәтенән эштәрҙе теүәлләйһе бар. 
Онлайн тауыш биреү ярҙамында төҙөкләндереү өсөн һайлап алынған йәмәғәт биләмәләренең береһе - Мата аръяғы биҫтәһендә урынлашҡан Блюхер һәйкәле янындағы парк та күҙгә күренеп күркәмләнде: йәйәүлеләр өсөн юлдар,   эскәмйәләр, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, хоккей ҡумтаһы янында йылы  сисенеп-кейенеү бүлмәһе, бәҙрәфе булған модуль, яҡтылыҡ һәм видеокүҙәтеү системаһы барлыҡҡа килде. 
Ағиҙел күпере янындағы яр буйын төҙөкләндереү ҙә планға ярашлы алып барыла. Әлегә эштәр күҙәтеү майҙансығынан башланған.          
 2022 йылда, ҡаланың 260 йыллыҡ юбилейына ҡарата, Өфө йүнәлешендә яңыртылған “Белорет” стелаһы һәм инсталляцияһы барлыҡҡа килде. Был осорҙа шулай уҡ һуғышта һәләк булған ил улдары тураһында хәтерҙе мәңгеләштергән “Яугирға”, яу яландарында балаларын юғалтҡан әсәйҙәргә бағышланған “Ҡайғылы әсә” һәйкәлдәре асылды.    
2021 йылдың июнь-июль айҙарында Башҡортостан Республикаһы мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм дәүләт реестрына индерелгән тарихи ҡомартҡыларҙың береһе - Һыу һурҙырғыс башняла ремонт эштәре башҡарылды; эргә-тирәһе төҙөкләндерелеп, ял итеү, фотоға төшөү өсөн йәпле генә зона барлыҡҡа килде. Әйткәндәй, был музей-экскурсия объекты Белорет ҡалаһының рәсми булмаған символы булып тора. 
Яҡын киләсәктә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса бихисап яңы проекттар күҙаллана. Әле иһә Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙең Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн ҡалабыҙҙың йөрәге - Металлургтар майҙанын төҙөкләндереү йәһәтенән концепция әҙерләнгән.
 

Зилә МИНГӘРӘЕВА, 
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры, йәмәғәт лидеры: 
- Ҡалабыҙҙа һуңғы йылдарҙа социаль инфраструктура яҡшы үҫешә. Ял парктары, йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә, социаль әһәмиәтле яңы проекттар ғәмәлләшә. Төн ҡараңғылығын йыртып, әллә ҡайҙан балҡып күренгән ҡала символы - Һыу һурҙырғыс башня ғына ни тора! Бында экскурсияға килеүселәрҙе Белорет тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре ихлас ҡаршылап, ҡалансаға бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, тарих менән таныштыра. 
Ҡала халҡының, йәштәрҙең яратҡан урындарының береһе - “Офоҡто ашатла” ял паркы ла районыбыҙ өсөн үҙе бер ғорурлыҡ. Был үҙенсәлекле, тыныс ер ғаилә менән саф һауала йөрөү, күперҙә тороп, Ағиҙелдең ағымын күҙәтеү өсөн йәпле. Ә Һабаҡтар ҡаяһындағы бормалы баҫҡыслы махсус майҙансыҡтан  иһә ҡала пейзаждарын, завод биләмәһен байҡарға мөмкин. 
Заман талаптарына яраҡлаштырылып, яңынан төҙөлгән ҡала пляжы, стадион да һәммәһен ылыҡтырып, үҙенә тартып тора. Башҡа объекттар ҙа яңырыу кисерә, күркәмләнә бара. Тимәк, беҙ йәшәгән урын да көндән-көн йәмләнә, үҫешә тигән һүҙ. Һәм беҙ, Иҙел башы халҡы, ошо матурлыҡты һаҡларға, тыуған еребеҙҙе таҙа, ипле тоторға, яуаплыраҡ һәм аңлыраҡ булырға тейешбеҙ!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: