Рәсәй хөкүмәте әсәлек капиталының ҡалған өлөшөн бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны алыуға йүнәлтеү ҡағиҙәләрен раҫланы.
Дәүләт башлығы Владимир Путин тәҡдиме менән балалы ғаиләләр әсәлек капиталының ҡалған өлөшөн (10 мең һумға тиклем) бер тапҡыр бирелә торған түләү формаһында алырға мөмкин. Ошондай түләүҙе алыу ҡағиҙәләре министрҙар кабинеты башлығы Михаил Мишустин ҡул ҡуйған ҡарар менән раҫланған.
«Һүҙ әсәлек капиталының күпселек өлөшө торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, мәҫәлән, ипотекаға торлаҡ һатып алыу, балаларҙы уҡытыу, инвалид балалар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр, шулай уҡ башҡа маҡсаттар өсөн тотонолғандан һуң иҫәптә тороп ҡалған аҡса тураһында бара», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Бер тапҡыр бирелә торған аҡса алырға хоҡуҡлы ғаиләләргә дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тейешле белдереү ҡағыҙы ебәрелә. Уға өлөшләтә тултырылған ғариза ла беркетелә. Ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы, күп функциялы үҙәк йәки почта аша тапшырырға мөмкин. Аҡса түләүҙе тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң биш эш көнө эсендә ата-әсәләрҙең береһенең банк иҫәбенә күсә.