Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь , 12:16

Яңы мөмкинлектәр үҙәге

Капиталь төҙөкләндереүҙән һуң “Күк ҡош” балалар уҡыу үҙәге тантаналы рәүештә үҙ ишектәрен асты. "Мәҙәниәт" милли проектының һайлап алыу конкурсында еңеү учреждениеға яңы быуын китапханаһы статусын һәм Виртуаль концерт залын асыу мөмкинлеген бирҙе. 

Яңы мөмкинлектәр үҙәге
Яңы мөмкинлектәр үҙәге

Мәртәбәле сарала Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Ирек Иманғәлин, төбәк Башлығының Гранттар фондының проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм оҙатыу бүлеге белгесе Лира Волкова, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Юрий Точилкин, ҡала биләмәһе башлығы Евгений Пономарев, район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова һәм башҡалар ҡатнашты. 
Уҡыу үҙәгенең балалар менән эшләү буйынса директор урынбаҫары Ирина Кореневская ҡунаҡтарҙы яңы быуын китапханаһының  бөтә бүлектәре буйлап экскурсияға саҡырҙы. 
- Тыуған яҡты өйрәнеү лабораторияһында район-ҡала тарихы, крәҫтиәндәрҙең көнкүреше, милли үҙенсәлектәр менән танышырға мөмкин. Был лаборатория райондың традицион мәҙәниәтен һаҡлау үҙәге булараҡ эшмәкәрлек итә. Балаларға крәҫтиәндәр ҡулланған көнкүреш әйберҙәрен өйрәнеү, аутентик йырҙар тыңлау, рус ғаиләһенең йәшәү рәүеше менән танышыу айырыуса ҡыҙыҡлы. Һәр дәрес аҙағында үҫмерҙәргә традицион техникалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителә. Ғөмүмән, беҙҙең ижади киңлек илдәге #БелУҡы проектына оҡшатып эшләнгән, - тип “Үткәндәр сығанағы” залы менән таныштырҙы Наталия Лыгина. 
Милли кухняларҙың ҡатмарлы булмаған аш-һыуын әҙерләүгә тәғәйен бүлмәлә иһә ҡунаҡтар традицион рус эсемлеге - баллы кеүәҫ эшләү йәһәтенән оҫталыҡ дәресен күҙәтте. Китапханасы әйтеүенсә, яңы ижад миҙгелендә балалар менән ҡыҫтыбый, һалма, емеш-еләк һуты, кеҫәл әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. 
Модернизациялау һөҙөмтәһендә үҙәктә өҫтәмә мәҙәни хеҙмәттәр барлыҡҡа килгән. Быға тиклем 9 китапхана клубы булһа, хәҙер иһә - 11. Клубтарҙың эше бынан ары яңы оҫтаханала уҙасаҡ.  
Тантаналы көндөң йәнә бер һөйөнөслө ваҡиғаһы - ниһайәт, үҙәктә волонтерҙар өсөн “Изгелек.Үҙәк” (“Добро.Центр”) асылды.   
- Беҙ китап һәм уҡыу имиджына ярҙам итәбеҙ, йәш быуынға волонтерҙар хәрәкәтен пропагандалайбыҙ. Ҡасандыр мин дә ирекмәндәр арҡылы китапхана эше менән ҡыҙыҡһынып китеп, “Балалар йылмайыуының сәбәбе” исемле волонтерҙар проектын булдырҙым. Хәҙер беҙҙең ирекмәндәр ҙә ҡаланың мәҙәни  тормошондә әүҙем ҡатнаша, - ти алыштырғыһыҙ волонтерҙарҙың береһе Степан Косарев.  
Үҫмерҙәр өсөн уҡыу залы компьютер, рәсми булмаған аралашыу, уңайлы уҡыу зоналарына, файҙалы ял итеү территорияһына бүленгән. Китапханала үҙенсәлекле балалар өсөн махсус клавиатуралы эш урыны ойошторолған, бында шулай уҡ Брайль шрифты менән баҫылған баҫмалар менән файҙаланырға мөмкин.
Формаль булмаған аралашыу зонаһында юғары класс уҡыусылары ижади пландар һәм идеялар йәһәтенән фекер алыша. Был китапхананың ирекмәндәр активының һәм башҡа үҫмерҙәр ойошмаларының осрашыу урыны булып тора. Интерактив панель иһә тематик дәрестәр һәм лекциялар үткәреү өсөн уңайлы. 
Арыраҡ әҙәби оҫталыҡ дәрестәре, илдең мөһим даталары һәм ваҡиғалары йәһәтенән әңгәмәләр зонаһы урынлашҡан. Бында авторҙар осрашыуы һәм үҫмерҙәр өсөн популяр китаптарҙы презентациялау кисәләре үтә. Уҡыу проекттарына әҙерләнеү өсөн дә мөмкинлектәр булдырылған.   
Мәғлүмәт зонаһында китапхана хеҙмәттәре һәм көнүҙәк яңылыҡтар тураһында мәғлүмәт алырға була. Атай-әсәйҙәр балаларын көткән саҡта Интерактив киоскы менән файҙалана ала. Бында китапхана клубтары, саралар тураһында мәғлүмәт, фотоһүрәттәр һәм башҡаһы һаҡлана. Автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы иһә электрон уҡыу билеты, китап алыу һәм тапшырыу өсөн ҡулайлы.   
Китапхананың “АниМагия” йәнһүрәттәр студияһы балалар, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн асыҡ ижади майҙансыҡ булып тора. Ул 2021 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында барлыҡҡа килә. Киләһе йылына Рәсәй Президентының креатив индустриялар өлкәһендәге гранты арҡылы йәнһүрәттәр төшөрөү буйынса мобиль студия проекты уңышлы ғәмәлләшә. 
Әйткәндәй, был студия, “Гений места” федераль проектына ярашлы, Таланттар туплау нөктәһе статусына эйә. Хәҙер ул “Баҫма эше һәм журналистика”, “Кино һәм мультипликация” йүнәлештәрендә тормошҡа ашырыла. 
Балалар өсөн уҡыу һәм ял залында иң сағыу, ҡыҙыҡлы китаптар урынлашҡан. Был кескәйҙәрҙең тәүге тапҡыр китапхана менән танышыу урыны ла. Зал ял (уйын), уҡыу, оҫталыҡ дәрестәре зоналарына бүленгән. Бында уйын формаһында хәреф танырға өйрәнергә, башҡорт телен үҙләштерергә мөмкин. 
Үҙәк тарафынан ғәмәлләшкән йәнә бер шәп проект - ул да булһа Виртуаль концерт залы. Хәҙер китапханала донъя йондоҙҙарының виртуаль концерттарын, спектаклдәр, опера һәм балеттар ҡарарға була. 
Сараның тантаналы өлөшө Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимованың  видеосәләмләүенән башланды. Район хакимиәте вәкиле Юрий Точилкин, Өфө ҡунағы Ирек Иманғәлин һәм башҡалар яңыртылған үҙәктең йәш быуын өсөн әһәмиәтен, мөһимлеген билдәләнеләр, хеҙмәткәрҙәргә уңыш-ҡаҙаныштар   теләнеләр. 
Байрам ахырында китапхана эшендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән фиҙаҡәрҙәр район хакимиәтенең, мәҙәниәт идаралығының, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. 

 

Наил ШАКИРОВ фотолары.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: